Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда кеше ғүмерҙәрен алып киткән янғындар һаны кәмемәй. Шундайҙарҙың береһе кисә кис Миәкә районында булды.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын район үҙәгендә - Ҡырғыҙ-Миәкәлә сыға. Уны һүндерергә тип килгән ҡотҡарыусылар 28 йәшлек егетте һөйрәп сығара һәм уны ҡотҡарырға тырышып ҡарай. Ләкин табиптар уның үлгәнен раҫлай. Янғынды һүндергәс, емереклектәр араһында тағы бер кәүҙә табыла. Ул 75 йәшлек ир, егеттең атаһы булып сыға.
Хәбәр ителеүенсә, янғын аш-һыу бүлмәһендә башлана. Әле уның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС.