Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
27 Март , 16:45

Төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышы уҙҙы

Уны Радий Хәбиров үткәрҙе.

Төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышы уҙҙы
Төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышы уҙҙы

27 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк террорға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә май байрамдары осоронда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

– Республикала йәшәүселәрҙең байрам сараларына күпләп килеүе күҙаллана. Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙа, атап әйткәндә, Өфөләге тантаналы парадта айырыуса халыҡ күп буласаҡ. Беҙ кешеләр күпләп йыйылған урындарҙағы хәлде тулыһынса контролдә тоторға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республика буйынса эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Сәйфуллин хәбәр итеүенсә, йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн идара итеү ҡарарҙары әҙерләнгән, оператив штаб булдырылған.

– Башҡортостанда Эске эштәр министрлығы етәкселегенең дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара менән үҙ-ара килешеп эш итеүе яйға һалынған, сараларҙы ойоштороусылар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтә, – тип билдәләне Артур Сәйфуллин.

Ултырышта шулай уҡ транспорт инфраструктураһы объекттарының террорға ҡаршы яҡланыуын көсәйтеү буйынса саралар ҡаралды. Эш йомғаҡтары буйынса май байрамдары осоронда ведомство-ара эш итеү тәртибе, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәре билдәләнде.

– Бөтә көстәр теракттар хәүефенә, республиканың теләһә ҡайһы нөктәһендә йәмәғәт тәртибенә янауҙарға яуап бирергә әҙер булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: