Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
29 Март , 14:00

Аварияла депутаттың ғүмере өҙөлдө

Ҡурҡыныс авария төндә Өфө янында булды. 

Аварияла депутаттың ғүмере өҙөлдө
Аварияла депутаттың ғүмере өҙөлдө

Бөгөн төндә Өфө янында, Николаевка юл сатында үлемесле авария булды. Унда бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала “Честный репортаж” телеграм-каналы хәбәр итә.

Асыҡланыуынса, һәләк булған кеше – 42 йәшлек Өфө ҡалаһы Советы депутаты Рөстәм Муҡаев. Ул “Инициатива” төҙөлөш предприятиеһының юридик һорауҙар буйынса урынбаҫары булып эшләгән. 2021 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайланған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, депутат “Лексус” автомобилендә хәрәкәт иткән. Уға 36 йәшлек ир идара иткән. Ул юл сатын үтеү ҡағиҙәһен боҙған һәм “Хово” йөк машинаһына бәрелгән. Һөҙөмтәлә пассажир урында йән биргән, ике водитель дә дауаханала.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Аварияла депутаттың ғүмере өҙөлдө
Аварияла депутаттың ғүмере өҙөлдө
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: