Йома кис Өфө ҡалаһы янындағы Николаевка киҫелешендә Өфө Ҡала советы депутаты Рөстәм Муҡаевтың ғүмерен өҙгән авария булды. Бында “Лексус” менән “Хово” йөк машиналары бәрелеште. Депутат еңел автомобилдә пассажир булараҡ ултырған. Ул авария урынында йән бирә, ә ике машинаның да водителдәре төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә.
Йәш, эшлекле депутатты халыҡ хөрмәт иткән, яҡындары бик яратҡан. Уның тураһыда нимәләр билдәле? Был хаҡта “КП-Өфө” баҫмаһы яҙҙы.
Рөстәм Муҡаев 1982 йылдың 18 июлендә Өфөлә тыуған. Бәләкәй саҡтан хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһынған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын “Юриспруденция” белгеслеге буйынса тамамлаған һәм карьераһын төҙөлөш тармағында башлаған. Ул “Инициатива” компанияһында юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫар булған. Бар белемен һәм тырышлығын компанияны үҫтереүгә һалған.
Ҡала кешеләре мәнфәғәттәрен яҡлаған һәм социаль мәсьәләләргә битараф булмаған Рөстәм Муҡаев 2021 йылда Өфө Ҡала советына депутат итеп һайланған. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә ярҙам иткән, уларҙа капиталь ремонт үткәреү башланғысы менән йөрөгән. Хәйриә эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнгән.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә өлкән класс уҡыусылары өсөн хоҡуҡ дәрестәре үткәргән, ҡатмарлы ҡануниәт һәм гражданлыҡ хоҡуғы һорауҙары буйынса ярҙам иткән. Махсус хәрби операция башланғас, депутат иптәштәре менән гуманитар йөк йыйыу ойошторған һәм яугирҙәргә ярҙам иткән.
Рөстәм Илдар улы өлгөлө ғаилә башлығы ла булған. Ул ҡатыны Лиана менән өс бала тәрбиәләгән. Ҡатыны ла юрист һөнәре үҙләштергән һәм нотариус булып эшләй.
– Уның ҡапыл китеүе күптәрҙең йөрәгендә ауыр эҙ ҡалдырҙы. Изге күңелле кеше булараҡ ул мәңгегә хәтерҙә булыр, яҡшы эштәре өсөн кешеләр ҙә уны онотмаҫ, – ти дуҫтары.
Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".