Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың автомобиль юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу саралары тикшерелде. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда 200 километр юлда электр яҡтыртыуы ҡуйыу, 20 мең юл билдәләрен урынлаштырыу, 102 километр барьер һәм йәйәүлеләр сикләгестәрен, 120 светофор ҡуйыу һәм 75 километр тротуар төҙөкләндереү планлаштырыла.
– Дөйөм алғанда 1,5 мең километр автомобиль юлын һәм оҙонлоғо 8 мең погон метрлыҡ 35 күперҙе норматив хәлгә килтерәбеҙ, – тине ул.
Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын индереүҙе дауам итәләр. 2025 йылда 12 светофор яңыртыласаҡ, 12 яңы юл контролеры, 114 видеокүҙәтеү камераһы һәм транспорт ағымы детекторҙары ҡуйыласаҡ.
Был саралар республика юлдарында аварияларҙы кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Мәҫәлән, 2024 йылда юл-транспорт ваҡиғалары күп булған урындар һаны 21-гә кәмегән һәм 56 урын тәшкил итә.
Радий Хәбиров авариялар һанын кәметеү эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Ул, М-5 һәм Р-240 трассаларында, Өфө юлдарында коллеялар барлыҡҡа килде, тине. Төбәк етәксеһе уларҙы бөтөрөү сараларын күрергә ҡушты.
Шулай уҡ кәңәшмәлә Р-240 трассаһында Булгаково ауылына яҡын урында урынлашҡан Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау мәсьәләһе тикшерелде. “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов белдереүенсә, күпер 1980 йылда төҙөлгән.
– Һуңғы тапҡыр күперҙе 2014 йылда ремонтлағандар һәм хәҙер ул яңыртыу талап итә. Эштәр быйыл майҙа башланыр тип планлаштырҙыҡ һәм 70 көн дауам итәсәк. Автомобилдәр үтһен өсөн ваҡытлыса разметка һәм светофор менән хәрәкәт өсөн өс һыҙат буласаҡ, – тине ул.
Радий Хәбиров ремонт ваҡытын тиҙләтергә ҡушты.
– Был юлдың көсөргәнеше ҙур. Майҙа баҡсасылар йөрөй башлаясаҡ. Сроктары тураһында тағы берҙе уйлайыҡ, дөрөҫ итеп эшләргә кәрәк. Эш башланыу көнө билдәләнгәс, халыҡҡа барыһын да аңлатырға кәрәк. Ваҡыттарын алдан иҫәпләһендәр. Тығындар буласаҡ, тик был файҙалы эш өсөн икәнлеген аңлау мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.