Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 апрелдә Благовар, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында дүрт ҡоро үлән янғыны сыҡҡан.
Йыл башынан иһә республикала 55 тәбиғәт янғыны булған, бөтәһе 679,4 гектар майҙанға зыян килгән. Шул иҫәптән Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай, Шишмә, Благовар райондары, Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында – бер, Ғафури, Баймаҡ райондары, Күмертау ҡалаһында – ике, Әлшәй, Өфө райондарында, Сибай, Ағиҙел, Дәүләкән ҡалаларында – өс, Ишембай районында – дүрт янғын, Хәйбулла районында – алты, Әбйәлил районында ун осраҡ теркәлгән.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында 600 гектар майҙан уттан зыян күргән, янғынды һүндергәндәр.
Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.
Хөрмәтле дуҫтар, ут менән шаярмағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.