Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2025, 06:00

Рәсәй туристары йәнә зыян күргән

Ике кеше һәләк булған... Һуңғы ваҡытта сит илгә ял итергә барған туристарҙың һәләкәткә осрауҙары йышайҙы.

Рәсәй туристары йәнә зыян күргәнРәсәй туристары йәнә зыян күргән
Рәсәй туристары йәнә зыян күргән

Һуңғы ваҡытта сит илгә ял итергә барған туристарҙың һәләкәткә осрауҙары йышайҙы. Күптән түгел Мысырҙа күңелһеҙ хәл теркәлһә, әле Ғәрәп Әмирлектәрендә ике турист һәләк булған. Был хаҡта “SHOT” телеграм-каналы хәбәр итә.

Фажиғә “Rayna Tours” компанияһы ойошторған бер сәғәтлек экскурсия ваҡытында килеп сыға. 12 кешенән торған туристар төркөмө, улар араһында ике рәсәйле лә була, таң менән Дубай сүллектәре өҫтөнән һауа шарында оса. Осоштоң максималь бейеклеге – 1,2 километр. Пассажирҙар оҙаҡ осоп өлгөрмәй, судно ерҙән айырылғас уҡ, бер яҡҡа табан ауыша башлай. Осош башланғандан һуң 40 минут самаһы ваҡыт үткәс, шар ергә табан осоп төшә башлай һәм ергә килеп бәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнеп сыға.

Шаһиттар әйтеүенсә, пассажирҙарҙың бер өлөшө шар ергә табан төшкәндә үк кәрзиндән йығылып төшкән – уларҙың ҡайыштары өҙөлгән. Ҡалған туристар ергә төшкәндә бик ҡаты бәрелгән. Зыян күреүселәрҙе ауыр хәлдә һәм уртаса ауырлыҡта “ашығыс ярҙам” машиналарында һәм вертолеттарҙа дауаханаға килтергәндәр. Сит ил граждандары – ир-ат һәм ҡатын –ҡыҙ һәләк булған. Рәсәй туристары – әсә менән ҡыҙ – етди йәрәхәттәр алған.

Сығанаҡ: “Интертат”

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас