Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2025, 01:30

Республика халҡы мутлашыуҙың ниндәй осраҡтарына тап булған?

Ошо турала БР Эске эштәр бүлегенә 12 хәбәр килгән.

Республика халҡы мутлашыуҙың ниндәй осраҡтарына тап булған?Республика халҡы мутлашыуҙың ниндәй осраҡтарына тап булған?
Республика халҡы мутлашыуҙың ниндәй осраҡтарына тап булған?

Мәләүез районынан 62 йәшлек пенсионерға “Энергосбыт”тың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, ҡатынға хеҙмәттәр күрһәтеүҙең килешеүен оҙайтып, электр иҫәпләгесен алмаштырырға кәрәклеген хәбәр иткән. Сиратҡа яҙылыу өсөн смс-та килгән кодты әйтергә ҡушҡан. Артабан “тәфтишсе” шылтыратып, уның шәхси мәғлүмәттәре енәйәтселәр ҡулына эләгеүен хәбәр иткән. Ошо хәлдән ҡотолоу өсөн, зыян күреүсегә ҡалған аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушҡан. Һөҙөмтәлә мутлашыусыларға ышанып, пенсионер сит иҫәпкә 1,5 миллион һумға яҡын аҡса күсергән.

Тағы ла бер осраҡ Өфөлә теркәлгән. Ҡала предприятиеларының береһендә эшләп йөрөгән 52 йәшлек ҡатынға Пенсия фонды “белгестәренән“ шылтыратыу килгән. Улар ҡатындың иҫәпләнмәгән эш стажы булыуын һәм уны мотлаҡ рәүештә теркәргә кәрәк тип ышандырған. Ялған белгескә смс-кодты әйткәс, ҡатынды консультацияға “яҙалар“. Артабан “банк хеҙмәткәре“ шылтыратып, граждандың банк иҫәбенә мутлашыусыларҙың һөжүм итеүен әйткән һәм аҡсаны юғалтмаҫ өсөн, уны икенсе иҫәпкә күсерергә ҡушҡан. Һөҙөмтәлә ҡатын, аферистарҙы тыңлап, сит иҫәпкә 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергән.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәренән шылтыратыу килһә, трубканы һалығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар ялған номерҙарҙы ҡуллана ала.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас