Бөгөн төнгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Әбйәлил районында Дәүләт - Әлмөхәмәт автомобиль юлының 38-се километрында билдәһеҙ водитель 50 йәшлек ирҙе бәрҙергән, һуңынан ваҡиға урынынан ҡасҡан. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү сараларын ойошторған.
Юл-транспорт ваҡиғаһының ошо факты буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарға яҡындағы полиция бүлегенә йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһының юл патруль хеҙмәтенең дежур бүлегенә 8(347)235-84-02 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: https://t.me/V_Sevastyanov/6939.