Бөгөн төнгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Әбйәлил районында Дәүләт - Әлмөхәмәт автомобиль юлының 38-се километрында билдәһеҙ водитель 50 йәшлек ирҙе бәрҙергән, һуңынан ваҡиға урынынан ҡасыуы, авария һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Үлемесле юл фажиғәһенә ҡатнашы булған водитель ҡулға алынған. Ул - Әбйәлил районынан 23 йәшлек егет.
– Магнитогорск ҡалаһынан Сиҙәм ауылына “Лада Гранта” автомобилендә хәрәкәт иткәндә 50 – 100 метр алда бер нәмә күренде, яҡыныраҡ барғас, туҡтап өлгөрмәнем... Юлда ятҡан кешене тапатҡанымды аңланым. Ҡурҡтым да авария урынын ташлап ҡастым. Һуңынан ул кешенең тереме-үлгәнме икәнен белергә тип кире әйләнеп килдем. Полиция саҡырттыҡ, – тип белдерҙе водитель.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария урынын ташлап ҡасырға ярамай, бының өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.
Фотолар: скриншот.