Бөгөн иртә менән Тәтешле районында ҡурҡыныс авария теркәлә. Борай – Иҫке Балтас – Ҡуйыҙа автомобиль юлының 75-се километрында ”Шахман” йөк машинаһы менән “Кио Рио” бәрелешә. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса аварияла 31 йәшлек йөк машинаһы водителе ғәйепле, һәләкәтте ул ойошторған.
Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, бәрелеш бик көслө булған. Йөк машинаһы ауған, ә еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған. Шуныһы мөғжизә, “Киа Рио”ның водителе һәм пассажиры иҫән ҡалған, ләкин ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта авария урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй һәм ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Юлда реверсив хәрәкәт ойошоролған.
Ҡар иреп, юлдар асылһа, водителдәр тиҙлектәрен арттыра башлай. Был ошондай ҡурҡыныс аварияларға килтерә. Йыл миҙгеленә ҡарамай, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Был үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм юлдағы башҡа кешеләрҙең ғүмерен һаҡлар.
Фото: ГАИ.