Бөгөн кискә ҡарай Өфөлә Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында янғын сыҡҡан. Ике бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһендә һигеҙ квадрат майҙандағы йорт мөлкәте янған.
Янғын һөҙөмтәһендә өс кеше йәрәхәтләнә, уларҙың икәүһе бала була. Ашығыс медицина ярҙамы персоналы урында реанимация саралары үткәрә, 10 кеше эвакуациялана. Янғын һүндерелгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу саралары һөҙөмтә бирмәгән – ике бала һәм уларҙың өләсәһе вафат булған.
Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологтары һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Тикшереүҙе ведомство тәүтикшереүселәре һәм һынау- янғын лабораторияһы эксперттары үткәрә. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Яҡындарын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.