Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2025, 16:30

Йорт хужаһына бары 58 йәш булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөләге янғын фажиғәле тамамланған

Йорт хужаһына бары 58 йәш булғанЙорт хужаһына бары 58 йәш булған
Йорт хужаһына бары 58 йәш булған

Өфөлә ағас йорт янған. Өйҙөң тимер ҡыйығы уттан зыян күргән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр ҡотҡарыу эше барышында йорт хужаһының – 58 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 12 белгесе һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә.

Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм ғәҙәттән тыш ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарҙа көн дә тиерлек кеше ғүмере өҙөлә. Үлем сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен үтәмәү. Балаларҙы, өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, йорттарығыҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ. 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Йорт хужаһына бары 58 йәш булған
Йорт хужаһына бары 58 йәш булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас