Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2025, 10:00

Юғалған үҫмер үле килеш табылған

Егет ноябрҙә ғәйеп булғайны, уға 17 йәш ине.

Юғалған үҫмер үле килеш табылғанЮғалған үҫмер үле килеш табылған
Юғалған үҫмер үле килеш табылған

Өфөлә 17 йәшлек студентты эҙләү туҡтатылды. Үҫмер 2024 йылдың 21 ноябрендә юғала. Ирекмәндәр әйтеүенсә, егет Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан өйөнән сығып киткән, телефонын һүндергән һәм бәйләнешкә сыҡмаған.

Үҫмер үҙе менән документтар йәки аҡса алмаған, шуға күрә ата-әсәһе улының ҡайҙалығын белмәй.

“БашРегионСпас” ҡотҡарыу отряды эҙәрмәндәре хәбәр итеүенсә, студент үле килеш табылған. Уның үлем шарттары асыҡланмай.

Фото: “БашРегионСпас”. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас