Хәүефһеҙлек
8 Апрель 2025, 12:30

Полицияның ышаныс телефоны эшләй

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының  ышаныс телефоны – 8(347) 279-32-92 – эшләүен дауам итә.

Полицияның ышаныс телефоны эшләйПолицияның ышаныс телефоны эшләй
Полицияның ышаныс телефоны эшләй

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының  ышаныс телефоны – 8(347) 279-32-92 – эшләүен дауам итә.

Ул Рәсәй граждандарынан, сил ил граждандарынан һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙән енәйәттәр һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән – эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында булғандары тураһында хәбәр итеү өсөн тәғәйенләнгән.

Был телефон буйынса барлыҡ мәғлүмәтте дежур хеҙмәткәр ҡабул итә. Уларҙы Эске эштәр министрлығының төбәк етәкселеге көн һайын ҡарай. Тикшереү һөҙөмтәләре шылтыратыусыға почта аша ебәрелә.

Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән, материалдар һәм документтар тапшырыу тураһында үтенес булһа, мөрәжәғәтте ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылырға мөмкин, ләкин ул 30 көндән дә аша алмай. Был хаҡта ошо мөрәжәғәт итеүсегә мотлаҡ айырым хәбәр ителә.

Иң йыш килгән мөрәжәғәттәр:

миграция иҫәбе

законһыҙ ҡулға алыу

Эске эштәр министрлығында эшләү һәм эштән китеү

Эске эштәр министрлығы ветерандарына ташламалар

штрафҡа дәғүә белдереү

полицияның эшенә дәғүә

алдашыу, мыҫҡыл итеү, көсләшеү тураһында ғариза

судта хөкөм ителмәү тураһында белешмә.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас