Өфөнөң 2-се полиция бүлегенә 65 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен “энергосбыт” хеҙмәткәре итеп таныштырғандан һуң, иҫәпләүсе приборҙы алмаштырырға тәҡдим иткән. Бының өсөн телефонға килгән смс-кодты әйтергә кәрәк булған. Пенсионер уны хәбәр иткәндән һуң, шылтыратыусы ҡатындың “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунтына ингән. Артабан пенсионер менән банктың һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инеп, ҡатын смс-тағы кодты сит кешеләргә хәбәр итеүе сәбәпле, мутлашыусылар уның аҡсаһын урларға маташыуҙарын һөйләгән. Был хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушҡандар. Һөҙөмтәлә ғариза яҙыусы 800 мең һум аҡсаһын юғалтҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: иғтибарлы булығыҙ һәм билдәһеҙ кешеләрҙең финанс тәҡдимдәренә риза булмағыҙ.
Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башинформ.