10 апрелдә Өфөнөң Ситуация үҙәгендә һауа шарттарының боҙолоуына бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү Һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Уны Өфө хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников үткәрҙе.
Кәңәшмәлә ҡала хеҙмәттәре, Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре, шулай уҡ район башлыҡтары ҡатнашты.
Ҡала биләмәһендәге хәл тураһында граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, көн дауамында 91 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа ике кеше зыян күргән. Шулай уҡ ағас ҡолауҙың ике осрағы теркәлгән, йәрәхәт алыусылар булмаған.
17.00 сәғәттә 17 сантиметр ҡар яуған.
Коммуналь хужалыҡ Һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Арсен Латипов мәғлүмәте буйынса, урамдарҙы таҙартыу өсөн 71 берәмек техника һәм 120-гә яҡын эшсе йәлеп ителгән. Төнгө сменала техника сығымы 91 берәмеккә тиклем арттырыласаҡ. Боҙлауыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн бионорд ҡулланыла. Эшкәртеүҙә билдәле хәүефле участкаларға, күтәрелеүҙәргә һәм төшөүҙәргә айырыуса иғтибар бүленә.
Һауа шарттарын иҫәпкә алып, ҡышҡы резинаны йәйгеһенә алмаштырған водителдәргә руль артына ултырмаҫҡа, балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йәмәғәт транспортында йөрөтөргә кәңәш ителде.
Фото: gorodufa.ru.