Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2025, 13:30

Иғтибар: республикала ҡайһы бер юлдар тулыһынса ябылды!

Ошо хаҡта республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр иттеләр.

Иғтибар: республикала ҡайһы бер юлдар тулыһынса ябылды!Иғтибар: республикала ҡайһы бер юлдар тулыһынса ябылды!
Иғтибар: республикала ҡайһы бер юлдар тулыһынса ябылды!

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошоноң боҙолоуына бәйле республика юлдарының ҡайһы бер участкаларында ваҡытлыса хәрәкәт туҡтатылған.

Шул иҫәптән бөтә төр транспорт саралары өсөн:

  • республиканың төбәк әһәмиәтендәге ҡулланылыштағы ӨфөБөрө – Яңауыл юлының 33+000 һәм 180+000 километрында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай һәм Ҡалтасы райондарында), 
  • Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 0+000 һәм 148+300 километрында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондарында),
  • Яугилде – Суртанлыкүл 0+000 һәм 56+100 километрҙа (Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында);
  • 30 сәғәттән Мәләүез – Федоровка автомобиль юлында 0+000 – 55+600 километрға тиклем (Мәләүез, Федоровка райондарында).

Хәрәкәтте туҡтатыу ваҡыты бөгөнгө 21.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала – һауа шарттары яҡшырғанға тиклем.

Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе водителдәрҙән үҙҙәренең машина йөрөтөүгә яуаплы ҡарауҙы талап итә. Беренсе һәм иң мөһиме — тиҙлекте кәметеү һәм араны арттырыу. Ҡапыл тормозға баҫыу, тиҙлекте арттырыу һәм үҙгәртеп ҡороу кеүек киҫкен хәрәкәттәрҙән тыйылырға кәңәш ителә.

Фото: @bash_gibdd.

.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас