Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәре бөгөн иртән Нуғай шоссеһында көслө авария булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Дав” йөк автомобиле водителе, Нуғай юлына сыҡҡанда цемент ташыусы ярымтағылманы ауҙара, һәм ул эргәһенән хәрәкәт иткән “Рендж Ровер” автомашинаһына ҡолай.
Бәрелештән ярымтағылма һәм “Рендж Ровер”, бетон ҡоймаларҙы үтеп, ҡаршы һыҙатҡа барып сыға.
Авария һөҙөмтәһендә “Рендж Ровер” водителе һәм пассажирҙары – ике бала ашығыс медицина ярҙамы машинаһында дауаханаға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Өфө дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юлдың был участкаһында хәрәкәт тергеҙелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.
Фотолар сығанағы: @bash_gibdd.