«Орда»* тигән яңы хәрәкәт (“Ата жолы” йәки “Ак жол” ҡаҙаҡ теленән тәржемә иткәндә атайҙар юлы тигәнде аңлата) Рәсәйгә 2010 йылдың урталарында килеп инә. 2009 йылда “Ата жолы” хәрәкәтен Ҡаҙағстанда кеше һаулығына зыян килтергәне өсөн суд ҡарары менән бөтөрәләр. Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында был ойошманың дини мазохистар булараҡ даны һаҡланып ҡалған.
Мәҡәләләрҙә ошондай юлдарҙы күрергә мөмкин ине: “Һауаны тығыҙ ҡамсы бүлеп үтә һәм һыҙғырып кешенең арҡаһына килеп төшә, кеше тәнендә ҡыҙғылт һыҙыҡ ҡала. Был урта быуаттан ниндәйҙер сюжет түгел, ә ысынбарлыҡ. Бәлки, тап әлеге мәлдә ҡайҙалыр төпкөл ауылда йәки ҡалала “рухи остаздар” тип аталыусылар ҡамсы менән ҡоралланып кешеләрҙе "дауалайҙыр”.
Был ойошма төрлө ҡалаларҙа һәм төбәктәрҙә «Орда»* тигән исем аҫтында үҙенең ячейкаларын булдыра.
2014-2017 йылдарҙа ла киң мәғлүмәт сараларында был берләшмә тураһында һүҙ була. Ул осорҙа Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә һәм Башҡортостанда “Ата жолы” ойоштороусыларын ҡулға алыу осраҡтары теркәлә.
2018 йылда “Башинформ” хәбәр итеүенсә, прокуратура дәғүәһе буйынса республика суды «Орда»* дини сектаһы филиалдарының эшмәкәрлеген тыя. Уның кешеләре Белорет районының бер ауылындағы шәхси йортта, Өфөнөң Октябрьский районындағы бер фатирҙа “дауалау” эшмәкәрлеген алып бара.
Шул осорҙан улар тураһында аҙ һөйләнелә. Проблема юғалған һымаҡ була. Үкенескә ҡаршы, улай булмай. «Орда»*ның етәкселек итеү үҙәге бөтөрөлә. Ләкин был секта үҙенең рәтенә кешеләрҙе йәлеп итеп, һаман да йәшәүен дауам итә.
Тыйылған хәрәкәт яңы исемдәр менән тергеҙелә. Секта эшен алып барыусылар ойошма исемен дә, йәшәгән урынын да алмаштыра. Ләкин бер нәмә үҙгәрмәй – улар йәнәһе лә ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға “ярҙам итә”.
Ҡайғы баҫҡан, ауыр тормош хәленә тарығандарҙың юғалып ҡалыуы ғәжәп түгел. Шуны белеү мөһим - Аллаһтан ярҙам һорау өсөн шикле учреждениеларҙың подвалында доға ҡылырға, үҙеңде язалауҙарға дусар итергә кәрәкмәй. Ә традицион дин әһелдәренә мөрәжәғәт итеү дөрөҫ.
Сығанаҡ: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
* Эшмәкәрлеге Рәсәйҙә тыйылған ойошма.