Хәүефһеҙлек
13 Апрель 2025, 12:00

Үлгән хужаһын һаман көтә

 Янып үлгән хужаһын “Хатико” көтөүен дауам итә...

Үлгән хужаһын һаман көтәҮлгән хужаһын һаман көтә
Үлгән хужаһын һаман көтә

Өфө районында эт утта һәләк булған хужаны көтә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында башҡорт “Хатико”һы хаҡында һөйләнеләр.

Фажиғә 24 мартта “Өмөт” баҡсасылыҡ ширҡәтендә була. Янғын бер ҡатлы баҡса йортонда сыҡҡан. Ут менән көрәшеүселәр мөмкин булғандың барыһын да эшләй, әммә йортто ҡотҡарып ҡала алмайҙар, ә емереклектәр аҫтында 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар.

Әлегә тиклем тоғро эт емереклектәр өйөмөнән китмәй һәм хужаһын тоғро көтә.

Ҡотҡарыусылар этте алып китергә маташа, әммә ул бер кемде лә үҙенә яҡын ерәбрмәй. Яңғыҙ йорт хайуанын битараф булмаған урындағы халыҡ ашата.

“Был тарих – ҡайғы өсөн сәбәп кенә түгел, ә барыбыҙ өсөн дә етди сигнал. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ. Янғын ваҡытында 101 йәки 112 телефон номерҙарына шылтыратығыҙ” — тип билдәләнеләр ведомствола.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас