Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2025, 14:00

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Фажиғәле хәл төндә булған. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгәнЯнғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Кисә төндә Күгәрсен районында сыҡҡан янғында 40 йәшлек ир һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы фажиғә тураһында хәбәр итә.

Мораҡ ауылында бүрәнә мунса янған, “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлау өсөн  янғын һүндереүселәр килгән. Янғынды һүндергәс, мунсаның алғы бүлмәһендә кеше мәйетен тапҡандар.

Әле ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе һәм тикшереү буйынса оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре буйынса тикшереү бара.

Уттан һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ"

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас