10 апрелдә “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 36 йәшлек Илмир Я. исемле кешенең юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп тә үтмәй ирҙе үле килеш тапҡандар. Уға нимә булған? Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәрселәре һөйләне.
Фажиғә 10 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районының ҙур булмаған ауылы менән Өфө араһындағы юлда була. Тап шул көндө республиканы буран ялмап ала һәм көслө ҡар яуа. Илмирҙың атаһы уны баш ҡалаға дауаханаға алып барған була.
– Уның психик сире бар ине, күрәһең, ул көндө хәле киҫкенләшкән булғандыр. Уға ҡыйын була һәм атаһы белгестәргә алып барырға була. Моғайын, Базилевкаға китеп барғандарҙыр. Юлда Илмирға машинала ҡыйын була, ул ҡысҡыра, кейемен сисә башлай. Атаһы уны тынысландыра алмай һәм машинаһын туҡтата башлай. Шул мәлдә ул туҡтап та өлгөрмәгән машинанан һикереп төшә һәм урманға инеп ҡаса, – тип яҙа баҫма.
Илмирҙың атаһы бындай көслө буранда уны үҙаллы таба алмаҫын аңлай һәм полицияға шылтырата. Һауа торошо насарланғандан-насарлана, ә медицина ярҙамына мохтаж ир тирә-яҡтағы хәлде дөрөҫ баһалай алмай. Өҫкө кейемен дә сисеп ташлаған була.
Юғалған урынға тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ “Лиза Алерт” эҙәрмән отрядының ҡотҡарыусылары һәм ирекмәндәре килә. Бер нисә төркөмгә бүленеп, улар урынды тикшерә. Эҙләүселәр шул тирәләге баҫыуҙарҙы һәм урмандарҙы урап сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илмир ул көндө бик алыҫ китеп, аҙашып ҡала. Уны кис һуң ғына табырға мөмкин була. “Төндә урманда табалар, өшөп үлгән. Буранда аҙашып, кешеләргә тап булмағандыр, күрәһең”, – тип һөйләгән “КП-Өфө”сығанағы.
Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".