Хәүефһеҙлек
15 Апрель 2025, 07:00

“Ярар әле янымда балалар булманы”

Рөстәм Нәбиев аварияға эләккән. Ҡатынды ашығыс ярҙам алып киткән...

“Ярар әле янымда балалар булманы”“Ярар әле янымда балалар булманы”
“Ярар әле янымда балалар булманы”

Бөгөн иртә менән билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән. Ул таң менән ҡыҙын мәктәпкә алып барған, ә кире ҡайтышлай был хәл булған. Ҙур йөк машинаһы – бетон бутаусы “КамАЗ” “Ниссан Кашкай” машинаһына барып бәрелгән, бер юлы Рөстәмдең “Порш” машинаһына ла эләккән. Блогер социаль селтәрҙә күрһәтеүенсә, уның ни бары көҙгөһө емерелеп төшкән. Ә быны икенсе машинаның хәле шәптән түгел.

– Ярар әле янымда балалар булманы. Ҡыҙымды мәктәптә ҡалдырып өлгөргәйнем. “Ниссан” машинаһында ултырған ҡатын да балаларын мәктәптә ҡалдырып ҡайтып барған. Йөк машинаһы уның автомобиленең артын иҙгән. Ә балалар артта ултыра бит... Уны әле ашығыс ярҙам табиптары алып китте, мейеһе һелкенгән булыуы ихтимал, – тине ул.

Аварияла кеше зыян күргәс, унда ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә алкоголгә һәм тыйылған матдәләргә тикшереү көтә. Урынға инспекторҙар килгән һәм хәлде тикшереү башланған.

Юлдарҙа ипле йөрөргә кәрәк! 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

 

“Ярар әле янымда балалар булманы”
“Ярар әле янымда балалар булманы”
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас