Өфөлә 34 йәшлек Гөлназ Моратова юғалған. Был турала “Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, ҡатын 15 апрелдә ғәйеп булған. Һуңғы тапҡыр уны лифттың камераһы төшөргән: Гөлназ Моратова камуфляж кофта, ҡара салбар һәм ботинка кейеп, ҡайҙалыр китеп барған. Йәш ҡатын Башҡортостандың һәр районында ла булыуы ихтимал.
Гөлназ Моратованың билдәләре: буйы 165 сантиметр, ҡара сәсле, һоро күҙле.
Әгәр ҙә һеҙ ҡатындың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Фото: “Лиза Алерт”.