Хәүефһеҙлек
16 Апрель 2025, 09:00

Улына алданыраҡ хәбәр итһә, бәлки, был хәл булмаҫ ине...

Өфөлә бер ҡатын ҙур бәләгә эләккән

Улына алданыраҡ хәбәр итһә, бәлки, был хәл булмаҫ ине...Улына алданыраҡ хәбәр итһә, бәлки, был хәл булмаҫ ине...
Улына алданыраҡ хәбәр итһә, бәлки, был хәл булмаҫ ине...

Баш ҡалала йәшәгән 64 йәшлек ҡатынға “Энергосбыт”, ”Үҙәк банк” һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килгән. Улар зыян күреүсегә аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә, юғиһә мутлашыусылар бөтә тупланмаһын үҙҙәренә аласағын иҫкәрткән. Пенсионер шылтыратыусыларға смс-хәбәрҙә килгән кодты хәбәр иткән һәм ошо рәүешле ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын “һаҡлап ҡалған”.

Артабан ҡатын, аҡсаһын “һаҡлауҙы” дауам итер өсөн, аферистарҙың ҡушыуы буйынса Беренсе май урамындағы банк бүлексәһенә бара. Хеҙмәткәрҙәр, клиенттың борсоулы йөҙөн күреп, картаһына блок ҡуя һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ҡуша. Әммә ҡатын, уғрыларҙың бойороғо буйынса, Октябрь проспектында урынлашҡан банкка бара. Был бүлексәлә лә хеҙмәткәрҙәр ҡатындың карта иҫәбенән блокты алыуҙан баш тарта. Шулай уҡ улар хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен саҡыра һәм ҡатындың улына ошо хәл тураһында хәбәр итә.

Өйөнә ҡайтҡас ҡына ҡатын улына мутлашыусыларға эләгеп, уларға ике миллион һумдан ашыу аҡса күсереүен һөйләгән.

Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Сығанаҡ: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас