Хәүефһеҙлек
18 Апрель 2025, 10:30

Серҙе һөйләгәне өсөн егеткә төрмә янай

Был енәйәт өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итергә мөмкиндәр...

Серҙе һөйләгәне өсөн егеткә төрмә янайСерҙе һөйләгәне өсөн егеткә төрмә янай
Серҙе һөйләгәне өсөн егеткә төрмә янай

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы 1992 йылғы элекке полиция хеҙмәткәренең дәүләт серен белергә рөхсәт ителмәгән кешеләргә йәшерен мәғлүмәттәр еткереүе тураһында законһыҙ эшмәкәрлеген асыҡлай һәм туҡтата.

Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, 2023 йылда Өфө ҡалаһында йәшәүсе егет Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө линия идаралығының патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан транспортта административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн тотолған. Элек хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү уға язанан ҡотолорға мөмкинлек бирер тип иҫәпләп, ул полицияға үҙенең Эске эштәр министрлығында эшләүе тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәт барышында дәүләт сере булған мәғлүмәттәрҙе белеүен һәм уға ышанып тапшырылған мәғлүмәтте таратыуға юл ҡуймау буйынса дәүләт алдында йөкләмәләрҙе ҡабул итә. Тик әңгәмә барышында йәшерен мәғлүмәттәрҙе асып һала.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тәфтишселәре РФ Енәйәт кодексының 283-сө статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Материалдар ҡарау өсөн БР Юғары судына ебәрелгән. Был статьяның санкцияһы дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Сығанаҡ: Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас