Хәүефһеҙлек
18 Апрель 2025, 16:30

Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...

Дүрт кешене дауаханаға оҙатҡандар

Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...
Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...

Бөгөн киске сәғәт 7-ләрҙә Әбйәлил районында ҡурҡыныс авария булған. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 575-се километрында “Митсубиши Паджеро” менән “Мазда СХ5” автомобилдәре бәрелешкән.  

Аварияла “Мазда СХ5” автомобилендәге 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Шулай уҡ дүрт өлкән кеше, бер һәм алты йәшлек балалар дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Реверсив хәрәкәт ойошторолған.

Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/7399.

Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...
Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...
Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...
Тағы ла ҡайғылы хәбәр - 13 йәшлек ҡыҙ әрәм булған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас