Хәүефһеҙлек
21 Апрель 2025, 10:00

Хроника: Башҡортостан шахтерҙары нисек һәләк булған?

Рудниктағы фажиғәне тикшереү тамамланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: унда 13 эшсе мәңгелеккә ер аҫтында ҡалғайны...

Хроника: Башҡортостан шахтерҙары нисек һәләк булған?Хроника: Башҡортостан шахтерҙары нисек һәләк булған?
Хроника: Башҡортостан шахтерҙары нисек һәләк булған?

Тәфтиш комитеты Амур өлкәһендәге “Пионер” руднигындағы һәләкәтте тикшереүҙе тамамланы: бында 2024 йылдың 18 мартында 13 шахтер һәләк булғайны. Уларҙың дүртәүһе - Башҡортостандан, Учалы һәм Сибай ир-егеттәре.

Асыҡланыуынса, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу һәм яуаплы кешеләрҙең вайымһыҙлығы булмаһа, фажиғәнән ҡотолоп булыр ине...

Был урында 2008 йылдан алып асыҡ сығарыу эштәре алып барыла. Эштәрҙән һуң урында 800х500 метрға тиклем ҙурлыҡтағы һәм 300 метрға тиклем тәрәнлектәге ҙур карьер ҡала. Ер аҫты эшкәртеүенә күскәндән һуң карьер яйлап һыу һәм ләм менән тула. Ҡағиҙә буйынса, ер аҫты эштәрен башлар алдынан уны тулыһынса киптерергә кәрәк була. Тик был ҡағиҙәне үтәмәйҙәр.

2024 йылдың 18 мартында шахтаға 250х85 метрға тиклемге участка емерелеп төшә, һөҙөмтәлә меңәрләгән тонна һыу һәм батҡаҡ түбәнгә аға. Емерелгән тоҡом күләме яҡынса 200 мең кубометр тәшкил итә. Бындай массанан килгән тулҡын шул тиклем көслө була, хатта кешеләрҙе аяҡтан йыға.

Системалы ҡағиҙә боҙоуҙар булған

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, шахтала баштан уҡ ҡағиҙә боҙоуҙар була: рөхсәт документтары булмай, ә эштәр геологик разведка һылтауы менән алып барыла. 2021 йылдағы ташҡындан һуң карьер һыу менән тулыуын дауам итә, тик һыу ағыҙыу системаһының уны эшкәртергә көсө етмәй башлай, ә рудник етәкселеге кәрәкле саралар күрмәй.

“Роскосмос”тың спутниктан төшөрөлгән фотолары карьерҙа һыу булыуын раҫлай, әммә ғәйепләнеүселәр башта был фактты инҡар итә һәм тикшереү тамамланыуға ғына ғәйепле булыуын таный. Уларҙың версияһы буйынса, аварияның сәбәбе булып проектта ебәрелгән хата арҡаһында ҡат-ара файҙалы ҡаҙылма ятҡылығының бер өлөшөнөң емерелеүе тора.

Иҫкәртеүҙәргә күҙ йомғандар

2021 йылдан шахтала, бигерәк тә шартлау эштәренән һуң, емерелеп төшөүҙәр теркәлгән. Әммә предприятие етәкселеге лә, күҙәтеү органдары ла тейешле яуап бирмәй. Ростехнадзор инспекторҙары Смирнов һәм Вайтехович рудникты тикшереү һәм эш пландары тураһында килешеү төҙөү ваҡытында ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡламай. Уларҙың суд аша эштәрҙе туҡтатыу вәкәләттәре булһа ла...

“Пионер” руднигында фажиғәнән һуң ғәйепләнеүселәр исемлегендә дүрт кеше иҫәпләнә: “Пионер” руднигының идара итеүсе директоры, рудниктың айырым подразделениеһының баш инженеры, ике Ростехнадзор инспекторы.

Был һәләкәт – ҡағиҙә боҙоуҙар, вайымһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Әгәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлһә, күҙәтеү органдары үҙ функцияларын тулыһынса башҡарһа, 13 кеше, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ иҫән ҡала алыр ине. Шундай һорау тыуа: тау-байыҡтырыу тармағында хәүефһеҙлек өсөн яуаплы кешеләр ошо фажиғәнән һабаҡ алырмы?..

Фото: Телеграм/Mash Amur.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас