

Өфөлә юғалған 30 йәшлек Алексей Шеховцовты эҙләү тамамланды. Егет үткән аҙнала юғалғайны. Шул ваҡыттан алып уның яҙмышы билдәһеҙ ине.
“Лиза Алерт” ирекмәндәре әйтеүенсә, ир 16 апрелдә өйөнән сығып киткән. Алексей шунда уҡ яҡындары менән бәйләнешкә инмәй башлай, был уларҙы борсоуға һала. Ғаиләһе, уны үҙҙәре таба алмауын аңлап, эҙәрмәндәргә һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Кисә ирекмәндәр ҡайғылы хәбәр еткерҙе: Өфө кешеһе үле килеш табылған. Уның үлем сәбәптәре билдәһеҙ.
Фото: "Лиза Алерт".