Хәүефһеҙлек
21 Апрель 2025, 10:45

Саҡ төрмәнән тороп ҡалғандар

Аҡса күсерергә маташҡандары өсөн ярай әле иҫкәртеү алып ҡына ҡотолғандар...

Саҡ төрмәнән тороп ҡалғандарСаҡ төрмәнән тороп ҡалғандар
Саҡ төрмәнән тороп ҡалғандар

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Өфөнән 22 йәшлек һәм Салауаттан 29 йәшлек кешегә иҫкәртеү яһаны: ир-егеттәр Украина фондына донат күсерергә маташҡан. Әгәр ҙә аҡса күсеп өлгөргән булһа, был дәүләткә хыянат итеү тип танылыр ине.

“Ир-егеттәр МХО осоронда Рәсәй Федерацияһы именлегенә ҡаршы эшмәкәрлек алып барған украин ойошмаһының банк иҫәбенә аҡса күсерергә маташты“, – тип хәбәр итә Федераль именлек хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләткә хыянат итеү өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һәм 12-20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Фото: Федераль именлек хеҙмәте.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас