Хәүефһеҙлек
22 Апреля 2025, 12:00

Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...

Быйыл 111 көн эсендә Башҡортостанда 1855 янғын сыҡҡан, уларҙа 89 кеше һәләк булған, шуларҙың етеһе – балалар. Был бит ҙур фажиғә, юғалтыу!

Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...

Бөгөн төндә республикалағы янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.

Стәрлетамаҡтағы Полевая урамында гараж менән шәхси йорт янып китә. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре барған саҡта 200 квадрат метр майҙанды ут ялмап алған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һүндергәндә залда тәҙрә янында ир менән ҡатындың кәүҙәһен табалар.

Шулай уҡ төндә Мәләүез районында янғында әсә менән ул һәләк булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идарлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төнгө сәғәт 3-тә Нөгөш ауылында яр буйы урамындағы ике фатирлы йорттоң бер фатирында янғын сыға. Ҡотҡарыусылар килгәндә ут 58 квадрат метр майҙанды ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 72 йәшлек ҡатындың һәм 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Яҡынса фараз буйынса, янғын тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан.

Ваҡиға урындарында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүселәре, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Быйыл 111 көн эсендә Башҡортостанда 1855 янғын сыҡҡан, уларҙа 89 кеше һәләк булған, шуларҙың етеһе – балалар. 54 кеше төрлө йәрәхәттәр ала, 377 кеше янғын һүндереүселәр тарафынан ҡотҡарыла.

Янғындарҙың иң йыш осраған сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

мейесте яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ;

– тәмәкене һүндермәйсә ташламағыҙ, шулай уҡ түшәктә тәмәке тартмағыҙ;

– электр селтәрен ә артыҡ көсөргәнеш бирмәгеҙ, эшләгән электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралағынан.

Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Төндә тағы ла дүрт кеше янғында үлгән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас