

Бөгөн иртән Мәләүез районының Ергән ауылында йорт хужаһы һәләк булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртә менән Революционерҙар урамындағы йорт һәм хужалыҡ ҡаралтылары янған. Уттан бүрәнә йорт, мунса һәм һарай зыян күргән.
Янғынды һүндереү барышында аш бүлмәһендә 62 йәшлек йорт хужаһының кәүҙәһе табылған.
Янғындың сәбәбе асыҡлана, Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе үткәрә, тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.