Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2025, 17:00

Береһе урында үлгән, икенсеһе...

Әле уларҙың шәхестәре асыҡланмаған. 

Береһе урында үлгән, икенсеһе...Береһе урында үлгән, икенсеһе...
Береһе урында үлгән, икенсеһе...

Бөгөн кискә ҡарай Өфөлә Менделеев урамында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Аварияға ике байкер эләгә. Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 17.00 тирәһендә мотоциклсылар боролош яһаған “Урал” янғын һүндереү машинаһына бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мотоциклсыларҙың береһе ваҡиға урынында вафат була, икенсеһе дауаханала ята. Әле уларҙың шәхестәре асыҡланмаған.

Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Көндәр йылытыу менән байкерҙар әүҙемләшә. Улар ҙур тиҙлектә ҡала урамдары буйлап йөрөй. Был бик хәүефле. Улар үҙҙәренең дә, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Байкерҙарға тейешле тиҙлекте һаҡлап йөрөргә кәңәш итәбеҙ. 

Фото: ДАИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас