Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2025, 13:30

Өфө районында юл техникаһының төҙөклөгөн тикшерҙеләр

Барлыҡ техникала төрлө сәбәптәр буйынса тикшереүҙе үтә алмай икән...

Өфө районында юл техникаһының төҙөклөгөн тикшерҙеләрӨфө районында юл техникаһының төҙөклөгөн тикшерҙеләр
Өфө районында юл техникаһының төҙөклөгөн тикшерҙеләр

23 апрелдә Өфө районының Чесноковка ауылында урынлашҡан производство майҙансығында төҙөлөш миҙгеленә махсус техника әҙерләү һәм техник тикшереү буйынса семинар-кәңәшмә үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров һәм уның беренсе урынбаҫары Илһам Шакиров, дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары, Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре, “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге, Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеге хеҙмәткәрҙәре, механизаторҙар ҡатнашты.

Семинар-кәңәшмәлә ҡунаҡтар предприятиеның техника паркы менән танышты. Инспекторҙар техник күҙәтеүҙе ойоштороу тәртибе, талаптар тураһында һөйләне. Үҙйөрөшлө техника менән идара итеүгә рөхсәт биреү норматив талаптары менән таныштырҙылар. Шулай уҡ таракторсы-машинист танытмаһына уҡытыу һәм уны алыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаштылар.

Сара барышында предприятиеның тракторҙары, үҙйөрөшлө машиналары һәм тағылмалары техник күҙәтеү үтте.

Урал Искәндәров белдереүенсә, предприятие семинар-кәңәшмәгә яҡшы әҙерләнгән. Ведомство етәксеһе семинар-кәңәшмә аҙағында ойошманың үҙ бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Өфө ҡалаһының дәүләт техник күҙәтеү начальнигы Рәсим Ҡаһарманов баш ҡалала трактор һәм башҡа төр техниканың техник күҙәтеү үтеүе барышы хаҡында һөйләне.

– Раҫланған график буйынса техника ҡарала, әммә ҡуйылған барлыҡ техникала төрлө сәбәптәр буйынса тикшереүҙе үтә алмай. Күп осраҡта автошиналар – туҙған, яҡтыртыу приборҙары, трактор тағылмаларында ҡайһы бер системаһы төҙөк булмай. Бындай техника етешһеҙлекте бөтөргәс, 20 көн дауамында, яңынан күҙәтеү үтә ала.

Техник күҙәтеү графигы Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе тарафынан раҫланған. Төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар техникаһына техник күҙәтеү үткәреү графигы май байрамдарынан һуң - 15 –30 майҙа буласаҡ, – тине ул.

Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының Өфө ҡала округы буйынса бүлегендә бөтәһе 15706 берәмек техника теркәлгән, уларҙың 12422-һе – предприятиеларға, ҡалған 3284-е (21 процент) физик шәхестәргә ҡарай. Былтыр бөтә техниканың 13173 берәмеге (84,3 процент) техник күҙәтеүгә ҡуйылһа, уларҙың 11026-һы тикшереүҙе үтә алған. Быйыл иһә 23 апрелгә ҡарата 3780 техника күҙәтеү үткән, йәғни 24 проценты.

Автор фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас