+24 °С
Ямғыр


26 апрелдә көндөҙгө сәғәт икелә Өфө районында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 2-се километрында, «Шевроле Нива» менән "КамАЗ" автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге водитель һәм пассажир ваҡиға урынында һәләк була.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорты ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге сыҡҡан.
Фото: республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан.