Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2025, 09:55

Әсәһе үлгән, үгәй атаһы менән үҫә...

Кисә кис 12 йәшлек малай юғалған. Сәғәт 9-ҙа телефоны һүнгән...

Әсәһе үлгән, үгәй атаһы менән үҫә...Әсәһе үлгән, үгәй атаһы менән үҫә...
Әсәһе үлгән, үгәй атаһы менән үҫә...

Кисә кис, 24 апрелдә Иглин районында 12 йәшлек малай юғалған. Никита Зариповты полиция һәм ирекмәндәр эҙләй. Үҫмер тышҡа йөрөргә тип сығып киткән, ләкин киске сәғәт 9-ҙа телефоны һүнгән. Бынан һуң яҡындары полицияға мөрәжәғәт иткән дә.

“КП-Өфө” баҫмаһы үҙ сығанағына таянып, Никитаның Өфөлә булыуы бар тип яҙа. Шулай уҡ уның өйөнән ҡасыу ихтималы ла бар икән. Быға тиклем ул бер тапҡыр ҡасҡан булған.

– Никита быға тиклем дә юғалған, әммә оҙаҡҡа түгел. Кисә кис өйҙән сығып киткән, бәйләнешкә сыҡмай. Әсәһе өс йыл самаһы элек вафат булған, ул үгәй атаһы менән йәшәй, ул - уның опекуны. Ир Алыҫ Төньяҡта вахтала эшләй. Был ваҡытта баланы кем ҡарап тоғанын әйтә алмайым. Өләсәһелер, моғайын, – тигән таныштары.

Юғалған баланың билдәләре: 11-14 йәшлек, тығыҙ кәүҙәле. Буйы яҡынса 140-150 см. Уның нимә кейгәнлеге тураһында хәбәр ителмәй.

12 йәшлек Никита Зариповтың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән телефон аша “Балаларҙы эҙләү-Өфө” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре менән бәйләнешкә инеүҙәрен һорайҙар: 8 (927) 969-89-19, 8 (917) 383-56-87 йәки 112-се һанлы полицияға шылтыратырға.

Фото: эҙәрмәндәр төркөмөнән. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас