Хәүефһеҙлек
25 Апреля 2025, 20:30

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡот осҡос юл- транспорт фажиғәһе Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 2-се километрында теркәлгән.

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгәнАварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Кисә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 2-се километрында "Шевроле Нива" менән "КамАЗ" автомобилдәре бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры авария урынында уҡ йән биргән.

Авария сәбәптәрен асыҡлау буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге барған. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм эксперт-криминалистары эшләгән. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында көн һайын тиерлек үлемесле юл- транспорт ваҡиғалары теркәлә. Водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: телеграм

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас