

Башҡортостанда көндәрҙең -5 градусҡа тиклем һалҡынайыуы һәм тиҙлеге секундына 26 метрға еткән көслө ел көтөлә.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 28 апрелдә - кисен һәм 29 апрелдә көндөҙ республикала хәүефле күренештәр көтөлә: көслө ел тиҙлеге секундына 26 метрға тиклем етә. 29 апрелдә төндә 0-дән -5 градусҡа тиклем һыуыта.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- алыҫ юлға сығыуҙан тыйылығыҙ;
- электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары һәм конструкциялар эргәһендә торорға һәм улар аҫтына автомобиль ҡуйырға ярамай;
- тиҙлек режимын үтәгеҙ һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағырға онотмағыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Нәсих Хәлисов фотоһы.