Хәүефһеҙлек
29 Апрель 2025, 15:35

1200 ғүмерҙе ҡотҡарған

Башҡортостанда янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар йөҙләгән фажиғәне иҫкәрткән

1200 ғүмерҙе ҡотҡарған1200 ғүмерҙе ҡотҡарған
1200 ғүмерҙе ҡотҡарған

Башҡортостанда янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар йөҙләгән фажиғәне иҫкәрткән, кешеләргә янғын тураһында ваҡытында хәбәр иткән, айырыуса йоҡола.

Әммә батареяларының көсө бөтөп йәки бөтөнләй булмай, ҡайһы берҙә янғын иҫкәрткестәр эшләмәй ҙә ҡуя. Быны булдырмау өсөн, уны ай һайын тикшерегеҙ һәм батареяларын йылына бер тапҡыр (йәки разряд сигналы менән) алмаштырығыҙ. Сифатлы элементтарҙы ғына ҡулланығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөк янғын иҫкәрткес – именлекте тәьмин итеүсе.

2017 йылдан алып янғын иҫкәрткестәр ярҙамында республикала 1237 кеше, шул иҫәптән 459 бала ҡотҡарылған.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-04-29/v-bashkirii-pozharnye-izveschateli-spasli-bolee-1200-zhizney-4218450

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас