+20 °С
Болотло


Бөгөн төндә Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылындағы бер фатирҙа янғын сыҡҡан. Фажиғә урынына шунда уҡ Рәсәй МЧС-ының янғын һүндереүселәре килеп, 66 квадрат метрға таралған утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 48 йәшлек ирҙең һәм 83 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, вафат булыусылар әсәле-уллы булған.
Әлегә янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС.