Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2025, 19:30

Унда нисек барып еткәндер?...

Юғалған 11 йәшлек малайҙы сит өлкәлә тапҡандар. 

Унда нисек барып еткәндер?...Унда нисек барып еткәндер?...
Унда нисек барып еткәндер?...

23 апрелдә Иглин районында Н. исемле 11 йәшлек малай юғалғаны тураһында яҙғайныҡ. Ул тышта йөрөп киләм тип сығып китә һәм ғәйеп була. Үҙе менән алған телефонын кискә ҡарай бөтөнләй һүндереп тә ҡуйғас, яҡындары полиция һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.

Яҡындары әйтеүенсә, бер нисә йыл элек малайҙың әсәһе үлгән, уны үгәй атаһы опекаға алып ҡараған. Ә ир Себерҙә эштә саҡта өләсәһе ҡарамағында булған. Быға тиклем бер тапҡыр өйөнән сығып киткән малайҙы был юлы ла ҡасҡандыр тигән фараз булды. Уны башлыса Өфөнән эҙләнеләр. Ләкин көтмәгәндә күрше Силәбе өлкәһенән табып алдылар. Бала Минъяр ҡалаһында табылған. Уны юғалыуына дүрт көн үткәс полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалған һәм туҡтатҡан.

“Өйөнән ҡасҡан малайҙы юл буйында кешеләр бер нисә мәртәбә күргән. Улар уны эҙләү иғлан ителгән фото аша таныған һәм ирекмәндәргә шылтыратҡан. Һөҙөмтәлә мәғлүмәт тикшерелде, раҫланды һәм бала табылып, өйөнә ҡайтарылды”, – тип һөйләгән ирекмәндәр.

Билдәле булыуынса, малай күрше өлкәгә юлда туҡтатҡан төрлө машиналарға ултырып барған. Ни өсөн тап унда китеүе, ҡайҙа ҡуныуы һәм нимә менән туҡланыуы билдәле түгел.

Иң мөһиме ул иҫән килеш табылған.

Фото: "Балаларҙы эҙләү - Өфө" ирекмәндәренән. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас