

Бөгөн таңда Өфөнөң Дим районындағы күп фатирлы йортта янғын сығып, унда 44 йәшлек ҡатын үлгән.
Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Алдан фаразлауҙар буйынса, ут беренсе ҡаттағы фатирҙың аш бүлмәһендә башланып, тиҙ арала күрше бүлмәләргә лә таралған. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп еткән.
Ҡотҡарыу операцияһы бик ауыр шарттарҙа алып барылған. Янғын һүндереүселәр көслө ут эсенән ҡатындың кәүҙәһен сығарған. Медиктарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып ҡала алмағандар...
МЧС хеҙмәткәрҙәренең аныҡ һәм дөрөҫ эш итеүҙәре һөҙөмтәһендә ҙур ҡорбандарға юл ҡуйылмаған. Биш кеше, шул иҫәптән бер бала хәүефһеҙ урынға сығарылған.
Тәфтиш органдары фажиғә буйынса тикшереү башлаған.
Фото: МЧС по РБ.