Хәүефһеҙлек
4 Май 2025, 05:55

Юлда ҡот осҡос авария булған

Бөгөн күптәр оҙайлы ялдан һуң өйҙәренә ҡайтырға сыға, һаҡ булырға саҡырабыҙ.

Юлда ҡот осҡос авария булғанЮлда ҡот осҡос авария булған
Юлда ҡот осҡос авария булған

Юлда һаҡ булырға саҡырабыҙ

Бөгөн иртәнсәк Туймазы районында, Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 70-се километрында, "Хендай Солярис" автомобиле юлдан ситкә сығып, бағанаға бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә 32 йәшлек водитель ваҡиға урынында һәләк булған.

Транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Хөрмәтле водителдәр, юлсылар, бөгөн күптәр оҙайлы ялдан һуң өйҙәренә ҡайтырға сыға. Шуға ла һаҡ булығыҙ, ҡабаланмағыҙ, бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Иң мөһиме - юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: республиканың дәүләт автоинспекцияһынан.

Юлда ҡот осҡос авария булған
Юлда ҡот осҡос авария булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас