+24 °С
Ямғыр


Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһында катамарандан һыуға ҡолап төшкән ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, батҡан кеше - Свердловск өлкәһенән 69 йәшлек турист. Көндөҙ “Айғыр һикәлтәләре” тәңгәлендә катамарандан ҡолап төшкән кеше ул булған.
Был фажиғә 12 кешенән торған төркөмдә булған, улар ҡотҡарыусыларға маршруттарын күрһәтеп теркәлмәгән. Туристар МЧС хеҙмәткәрҙәре дежур иткән урынды үтеп киткән булған.