

5 майҙа кисен, ҡараңғы төшкәс, Элеватор – Түбәнге Әбдрәш автомобиль юлының 1-се километрында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 51 йәшлек урындағы кеше "Лада Гранта" юлдан ситкә сығып китеп, ҡар һыуы йыйылған йырынға ауған.
Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Хөрмәтле водителдәр, тиҙлек режимын боҙмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ.
Фото: @bash_gibdd.