Хәүефһеҙлек
6 Май 2025, 19:10

12 йәшлек ике бала юғалған

Малайҙар ике көн юҡ. Уларҙы эҙләүҙә ирекмәндәр ярҙамы кәрәк. 

12 йәшлек ике бала юғалған12 йәшлек ике бала юғалған
12 йәшлек ике бала юғалған

Өфөлә 12 йәшлек ике малай юғалған. Был хаҡта “БашРегионСпас” ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды активистары хәбәр итә.

Ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, 5 майҙа балалар билдәһеҙ йүнәлештә киткән һәм әлегә тиклем кире әйләнеп ҡайтмаған.

Данила Стариковтың билдәләре: уның буйы 140 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡараһыу сәсле һәм көрән күҙле. Һоро-аҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка, зәңгәр күлдәк, ҡара салбар һәм аҡ кроссовкалар кейгән.

Елисей Ивановтың билдәләре: уның буйы 138 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡараһыу сәсле һәм көрән күҙле. Һары һыҙатлы зәңгәр куртка, күк күлдәк, һоро салбар һәм аҡ кроссовкалар кейгән.

“БашРегионСпас” юғалғандарҙың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән 8 (937) 3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай. Шулай уҡ активистар үҙ белдереүендә балаларҙы эҙләргә ирекмәндәрҙең ярҙамы кәрәклеген билдәләй.

Фото: “БашРегионСпас”. 

 

 

12 йәшлек ике бала юғалған
12 йәшлек ике бала юғалған
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас