Хәүефһеҙлек
7 Май 2025, 08:00

Эштән үлеп ҡайт инде...

Был хәл Саҡмағош районында булған

Эштән үлеп ҡайт инде...Эштән үлеп ҡайт инде...
Эштән үлеп ҡайт инде...

Республиканың Дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Бүздәк – Саҡмағош –Дүртөйлө автомобиль юлының 76-сы километрында “ВАЗ-2114” автомобиле күперҙе таҙартҡан ике юл эшсеһенә бәрҙергән. Рулдә 64 йәшлек ир булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 45 йәшлек йәйәүле вафат булған, икенсе зыян күреүсе – 43 йәшлек эшсе дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Бына шулай, башҡа кешенең ғәйебе арҡаһында эштән үҙ аяғыңда түгел, ә үлеп ҡайт инде. Бик ғыҙғаныс хәл...

Хөрмәтле водителдәр, онотмағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә башҡа йәйәүлеләрҙең, пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы!

Фото: @bash_gibdd.

Эштән үлеп ҡайт инде...
Эштән үлеп ҡайт инде...
Эштән үлеп ҡайт инде...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас