Хәүефһеҙлек
10 Май 2025, 10:45

Байрамды күңелһеҙ хәбәр боҙҙо

Йәш кенә егет һәләк булған... Ә өс кеше дауаханала.

Байрамды күңелһеҙ хәбәр боҙҙоБайрамды күңелһеҙ хәбәр боҙҙо
Байрамды күңелһеҙ хәбәр боҙҙо

Салауат ҡалаһы янында Өфө – Ырымбур трассаһының 163-сө километрында фажиғәле авария булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Opel Astra машинаһы ҙур тиҙлек менән килеп, юлдан осоп киткән.

Ҡотҡарыусылар машинаны ҡырҡып, водителде һәм ике пассажирҙы сығара, уларҙың барыһы ла төрлө йәрәхәттәр алған була. Тағы бер 20 йәшлек пассажир урында вафат була.

Авария урынында юл полицияһы эшләй. Ҡотҡарыусылар янғын сыҡмаһын өсөн аккумуляторҙы һүндерә.

Байрам көндәрендә республика юлдарында хәрәкәт арта. Был саҡта айырыуса һаҡ булырға, тейешле тиҙлекте арттырмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. 

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас