

Бөгөн һыуҙа фажиғә теркәлгән. Белорет районының Сосновка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ҡотҡарыусылар һәләк булған ирҙең кәүҙәһен алып сығып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Ирҙең шәхесе билдәле түгел.
Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- эскән килеш һыу ятҡылығына яҡын барма;
- үҙегеҙ һаҡ булығыҙ һәм балаларығыҙҙы текә ярҙарҙың һәм шыма ерҙең хәүефлелеге тураһында иҫкәртегеҙ;
- һыу әлегә йылынмаған, шуға күрә организмдың һыуыныуы һәм мускулдар тартылыуы ихтимал.
Фото: МЧС.